+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2019, 13:58

Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...

Ф.Х.Мостафина исемендәге 20–се ҡала башҡорт гимназияһында кластан тыш сараларға ҙур иғтибар бүләләр.

Ф.Х.Мостафина исемендәге 20–се ҡала башҡорт гимназияһында кластан тыш сараларға ҙур иғтибар бүләләр. Уҡыусы балаларҙың буш ваҡыттарын файҙалы итеп ойоштороу өсөн осрашыуҙар, китап күргәҙмәләре, викториналар, китапхана дәрестәре, әҙәби кисәләр, төрлө кимәлдәге ярыштар бик файҙалы үткәрелә.
Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҙур иғтибар бүленә. Шуға ла шағирҙар,яҙыусылар беҙҙең балаларҙың көтөп алған ҡунаҡтары.Сираттағы ҡунағыбыҙ шағирә, Ш.Бабич, Р.Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәте хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союздары ағзаһы,Өфө ҡала хакимиәтендә Телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе,өс бала әсәһе, дүрт китап авторы – Зөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнанова менән осрашыу бәхетенә ирештек. Зөлфиә апай тормошта ла үҙенең ихласлығы, һөйкөмлөлөгө, изгелекле, кешеләрҙе аңлауға ҡоролған фәлсәфәүи мөнәсәбәте, уйсан фекерләү даирәһе менән кешене ылыҡтыра.Бөгөнгө осрашыуыбыҙ уның күңел донъяһын уҡыусыларға тағы ла нығыраҡ асты. Талантлы шағирәбеҙҙең сығыштарын залда ултырыусылар ихлас күңелдән тыңланылар һәм һорауҙарға яуаптар алдылар.
Әсә һәм бала,үткәндәр менән киләсәк,ғәзиз туған телебеҙ яҙмышы,яуҙа ятып ҡалған батырҙарыбыҙға арналған шиғырҙары, йырҙары яңғыраны был кисәлә. Бигерәк тә, 3б класс уҡыусылары Зөлфиә апайҙың һүҙҙәренә яҙылған шиғырҙарына Гөлдәр Ишҡыуатова ижад иткән йырҙары “Әсәй,бәпес алып ҡайт”, “Ярамай”, Юнир Һағынбаев етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле,8 класс уҡыусылары Й. Ҡунафиндың “Башҡортостан” , Идрисова Эльвинаның “Ҡот” поэмаһынан өҙөк,Баязитов Илмирҙың, Сабирова Камилланың, Әлибаев Арсландың яттан һөйләгән шиғырҙары барыһының да күңелдәренә үтеп инде.
Зөлфиә Ханнанова «Йөрәк һүҙе» проектында ҡатнашып үҙенең көслө шиғырҙары менән тағы бер тапҡыр дәлилләне. -Ошо шиғри бәйгелә ҡатнашыусылар араһында һеҙҙең уҡыусыларығыҙҙың ҡатнашыуы – үҙе бер мәртәбә. Мәҫәлән, атайлы-уллы Мөнир Ҡунафин улы Йәдкәр, әсәле – уллы Лариса Абдуллина улы Хасбулат, әсәле-ҡыҙлы Гөлнара Хәлфетдинова һәм ҡыҙы Гөлнәзирә, һеҙҙең мәктәпте уҡып сыҡҡан Азамат Урманшин һәм әсәһе Алһыу Бәхтиева, Әҙилә һәм уның атаһы Зәки Әлибаев, уҡытыусыларығыҙ Менәүрә Абдулхай ҡыҙы һәм Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы ла бар ине. Һәр береһе ошо батырлыҡтары өсөн оло маҡтауға лайыҡ,- тине шағирә.
Рухлы, ватансыллыҡ темаһына бик күп әҫәрҙәре менән киң танылыу алған З.Ханнанова менән осрашыу һәр кемдең күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Читайте нас: