-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2019, 11:30

Иғтибар үҙәгендә – “Мәғариф” милли проекты

Ил Президенты Владимир Путин белдереүенсә, "дөйөм мәғарифтың сифаты буйынса Рәсәй алдынғы ун ил исемлегенә инергә тейеш".

Ил Президенты Владимир Путин белдереүенсә, "дөйөм мәғарифтың сифаты буйынса Рәсәй алдынғы ун ил исемлегенә инергә тейеш". Ысынлап та, Рәсәйҙә “Мәғариф” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә Ҡазан ҡалаһында “Йәш һөнәрмәндәр” тигән эшсе һөнәрҙәрҙең милли чемпионаты уҙҙы.


Конкурсанттар алты – төҙөлөш тармағы, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәтләндереү өлкәһе, шулай уҡ транспорт һәм логистика буйынса көс һынашты.


Әйткәндәй, бәйгегә WorldSkills конкурсы еңеүселәре саҡырылды, унда республикабыҙҙың мәктәп уҡыусылары һәм студенттары ла бар. Башҡортостан мәғариф министрлығының һөнәри белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Альбина Кинйәбузова:

– Сарала республикабыҙҙан бик ҙур делегация ҡатнашты, бөтәһе 68 кеше. Эштәр ҡатмарлы ғына ине. Беҙҙең ҡыҙ һәм егеттәр төплө әҙерлек менән барғас, һынатманы, – тине.


Еңеүселәр иһә (исемлектә 56 кеше) донъя беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын алды.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан


Фото: yandex.ru


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ
Читайте нас: