+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2019, 20:23

Танго, полонез, заманса хиттар: Өфөлә Яҙғы бал үтте.

25 майҙа "Уфанет" ойошмаһы Өфөлә сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн Яҙғы бал ойошторҙо.

25 майҙа "Уфанет" ойошмаһы Өфөлә сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн Яҙғы бал ойошторҙо. Байрам баш ҡаланың үҙәк урамдарында һәм Совет майҙанында үткәрелде.

Быйыл иҫтәлекле һәм күркәм сара һигеҙенсе тапҡыр үткәрелде. Бәхеткә күрә, һауа торошо ла ҡыуандырҙы - ауыр ҡара болоттар, ниһайәт таралып, ҡояш сыҡты, әйтерһең бар тәбиғәт сығарылыш синыф уҡыусыларына ҡушылып, вальс әйләнә.

Яҙғы бал сәғәт көндөҙгө икелә башланды. Ике колоннаға теҙелгән биш мең самаһы үҫмер Ленин һәм Пушкин урамдарында тулҡынландырғыс көй аҫтында әйләнде һәм улар яйлап бейеү ритмында Совет майҙанына ҡарай йүнәлде. Майҙан уртаһындағы сәхнә тирәләй ҙә төрлө стилдә бейеүҙәр туҡтаманы - тангонан алып полнезға тиклем, хатта заманса хиттар ҙа яңғыраны.

Сығарылыш синыф уҡыусыларын Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән Каринэ Хәбирова тәбрикләне. улар уҡыусыларға аҡ юл, матур киләсәк теләне.

Яҙғы бал ҡатнаш бейеү көйҙәренән торған күңелле флеш-бейеү менән тамамланды. Әммә йылдағыса һауаға шар осороу булманы - уның урынына уҡыусылар төҫлө конфитюр, ялтырауыҡтар менән тултырылған хлопушкалар атты.


Фото һәм видеоматериалдар "Уфанет" компанияһынан алынды.



Читайте нас: