+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2019, 11:47

"Һаумы, һаумы, әкиәт" конкурсын йомғаҡлау тантанаһына саҡырабыҙ!

Иртәгә, йәғни 29 майҙа баш ҡалала донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының гала-концерты уҙғарыла.

Иртәгә, йәғни 29 майҙа баш ҡалала донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының гала-концерты уҙғарыла.

Бәйге быйыл унынсы тапҡыр үткәрелде һәм ул төбәк-ара кимәлгә күтәрелде. Ошо ун йыл эсендә унда 5000-гә яҡын балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе һәм мәктәп уҡыусыһы, ғаилә коллективтары ҡатнашты. Конкурстың тәүге йондоҙҙары – Гәлсәр Байғусҡарова, Диана Шиһапова, Арина Федорова, Зөлхизә Әйүпова, Арыҫлан Ҡырымсурин кеүек һәм башҡа уҡыусылар үҙҙәренең ижад юлын ошо конкурста башлап, бөгөн үҙаллы йырҙар ижад итәләр, республика кимәлендә конкурстарҙа еңеү яулайҙар, яңынан-яңы үрҙәргә ирешәләр.

Йәш әкиәтселәр мәктәбен үҫтереү, донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған әкиәт байрамы быйыл республиканың дәүләт һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.

Быйыл конкурс 7 номинация буйынса үткәрелде: әкиәтте яттан һөйләү, уны фольклор коллективтары һәм ғаилә менән сәхнәләштереү, йәнһүрәттәр һәм анимацион фильмдар әҙерләү, күргәҙмәләр эшләү, әкиәт геройҙары костюмдарын күрһәтеү, әкиәттәр ижад итеү.

Конкурста Башҡортостан Республикаһының Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ, Миәкә, Ҡыйғы, Дүртөйлө, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән һәм башҡа район-ҡалаларҙан, күрше өлкәләрҙән һәм республикаларҙан ҡатнаштылар. Башҡорт, урыҫ, үзбәк, ҡаҙаҡ, беларус, тажик, һинд, әрмән, ҡытай, поляк, фин, нанай, эскимос халыҡтарының әкиәттәре башҡорт телендә яңғыраны.

Әкиәт байрамын йомғаҡлау тантанаһы иртәгә сәғәт 10.00-да Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙғарыла.
Читайте нас: