-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2019, 16:20

Тамара Ғәниева

Тамара Ғәниева Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды.

Тамара Ғәниева Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булды. Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уға ошо мәртәбәле исемде тапшырҙы.
Тамара Ғәниева 1951 йылда Көйөргәҙе районында тыуған. Шағир, тәржемәсе һәм драматург.
«Шағирҙың аҡылы, күңеле һәм туған теленән башҡа эш ҡоралы юҡ. Туған телгә иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн һеҙгә, Радий Фәрит улы, рәхмәтемде еткерәм. Ғүмеремде туған тел ярҙамында һүҙ сәнғәтен булдырыуға арнаным. Туған телебеҙгә, тыуған Башҡортостаныбыҙға һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!», — тине Тамара Ғәниева, награданы ҡабул итеп.
Тамара апай! Ысын күңелдән Һеҙҙе ҙур награда алыуығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Афарин!!!
Читайте нас: