Бер нисә тапҡыр яҙҙыҡ: алдағы алты йылда дәүләтебеҙ халыҡтың тормошон яҡшыртыуға 28 триллион һум аҡса йүнәлтәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа берҙәй һөҙөмтәләргә өлгәшеү бурысын ҡуйҙы. Кеше эш һөҙөмтәһен отчетта, ҡағыҙҙа түгел, ә үҙ күҙе менән күрергә тейеш. Тормошто яҡшыртыуҙың был ысулы – билдәләнгән милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу. Улар – 12. Башҡортостанда был өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 175,1 миллиард һум бүленә.
Һәр береһенә тулыраҡ туҡталайыҡ.
Иң мөһим проекттарҙың береһе. Республикала уның программаларын ғәмәлгә ашырыу өсөн 34,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
Был аҡса мохтаж ғаиләләргә тәүге балаһы тыуғанда (яҡынса 6000 ғаилә, ай һайын – 10 мең һум) түләүгә, күп балалыларға алты процентлыҡ ипотека льготаһы сифатында, мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә 2000 самаһы ЭКО эшләүгә, 2019 йылда 19 балалар баҡсаһы төҙөүгә һәм реконструкциялауға (Өфө, Күмертау, Бәләбәй ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Өфө райондарында) тотоноласаҡ.
Был милли проектта айырыуса тәүге ярҙамды күрһәтеүгә, квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә, яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәшкә, балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларҙы яңыртыуға иғтибар биреләсәк. Дөйөм бүленгән сумма – 16,4 миллиард һум.
Быйыл 18 балалар поликлиникаһында капиталь ремонт яһаласаҡ, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында яңылары сафҡа индереләсәк. 22 ФАП төҙөкләндерелә һәм төҙөлә. 27 медицина комплексы алыу күҙаллана. Был маҡсатҡа 625 миллион һум аҡса бүленә.
Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн 216 миллион һум йүнәлтелә. 2018 йыл башындағы күрһәткестәр буйынса республикала 1150 табип һәм 973 урта медицина персоналы етмәгән.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына һәм яман шешкә ҡаршы көрәшкә ете миллиард һумдан ашыу аҡса тотонмаҡсылар. Эштәрҙең һөҙөмтәһе булып 2024 йылға ошо сирҙәрҙән үлем осрағын кәметеү буласаҡ.
Өфөлә онкология диспансерының хирургия корпусын төҙөп бөтөү күҙаллана. Баш ҡалала, Күмертауҙа, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Белорет, Бөрө, Дыуан райондарында амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.
Район дауаханаларын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа күҙаллана.
Милли проектҡа 17,5 миллиард һум йүнәлтелә. Алдағы ике йылда 21 яңы мәктәп асыласаҡ.
2024 йылға ике сменала уҡытыуҙы бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Өфөнөң “Милов паркы” биҫтәһендә 1225 урынға иҫәпләнгән яңы дүрт ҡатлы мәктәп төҙөлә. Инорста 1650 урынлыҡ мәктәп менән дөйөм белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, Булгаков, Жуков, Чесноковка, Иглин ауылдарында мәктәп төҙөлөштәре ҡарала.
198 ауыл һәм бәләкәй ҡалалар мәктәбе матди-техник базаһын яңыртасаҡ.
Быйыл өс яңы балалар технопаркы асылыуы күҙаллана. Бында роботтар, пилотһыҙ осоу аппараттары төҙөү, аэройыһан инженерияһы серҙәренә төшөндөрөү алып барыласаҡ.
Өҫтөнлөклө милли проектты ғәмәлгә ашырыуға 6,3 миллиард һум бүленә. Төп бурыстар: төпкөлдә мәҙәниәт учреждениеларын тергеҙеү, капиталь ремонт яһау, ауылдарҙа мәҙәниәт-ял итеү үҙәктәре төҙөү, ауылдарға күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре (үҙ коллективтары булмаған ауылдарға, барлығы 10 автоклуб) алыу, Интернетлы модуль китапхана асыу, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе һәүәҫкәр коллективтар һәм НКО-ларға гранттарҙы арттырыу.
Был милли проектҡа йүнәлтелгән аҡса суммаһы – 6,4 миллиард һум.
Ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендәге эштәр: 1,5 тапҡырға торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу, 135 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөү. Торлаҡ-аҡса туплау программаһы (программы жилищно-накопительных сбережений) буйынса эште әүҙемләштереү, ҡатнашыусылар һанын 9000-гә еткереү. Авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү, 142 паркты, скверҙы, ял урынын төҙөкләндереү.
Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар
Был милли проектҡа беҙҙең республикала 33,4 миллиард һум бүлергә ҡарар ителгән. Шуның 9,4 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан килә.
Быйыл Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел аша яңы күпер һалына башлаясаҡ. Уны 2021 йылда тамамлау күҙаллана.
Тағы ла бурыстар: “Өфө – Ырымбур” Р – 240 автомобиль юлын реконструкциялау, иң хәүефле тип табылған юлдарҙа 430 фотовидеотеркәү камераларын урынлаштырыу, юл-транспорт вағиғаларында үлем осраҡтарын 2017 йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға кәметеү.
Был проектты ғәмәлгә ашырыуға 45,1 миллиард һум йүнәлтелә. Төп бурыстарҙың береһе: 2024 йылға Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса заманса комплекстар төҙөүгә бәйле эштәргә ҡушылыу.
Быйыл ҡалаларға яҡын урынлашҡан 16 сүплекте ликвидациялау күҙаллана. 2024 йылға тиклем Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловская” сәнәғәт ҡалдыҡтары сүплегенә, Семенов алтын йыуыу фабрикаһы биләмәһенә, элекке ”Өфөнефтехим” йәмғиәте майҙанындағы ҡыйлыҡ урынына рекультивация үткәреү ҡаралған.
Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары проектлана.
Башҡортостан һыу сифатын яҡшыртыуға, һыу менән тәьмин итеү объекттарын яңыртыуға 4,2 милиард һум аҡса аласаҡ.
Алты йылда урман тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Бының өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү
Милли проект предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ артыҡ административ кәртәләрҙе бөтөрөү, экспортты үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, кешеләрҙе яңы һөнәргә өйрәтеү күҙаллана. Был маҡсаттарға 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Әлеге ваҡытта 20 предприятие хеҙмәт етештереүсәнлдеген күтәреү буйынса программала ҡатнаша. Йыл аҙағына был күрһәткес 50-гә етергә тейеш.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ
Ошо тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән милли проектҡа 4,8 миллиард һум бүлеү ҡаралған.
2024 йылға Рәсәйҙә 25 миллион кеше бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта эшләргә тейеш.
Өфөлә “Минең бизнесым” тигән үҙәк (Тыныслыҡ урамы, 14-се йорт) асылды. Бында бик күп һорауға яуап алырға мөмкин. Быйыл шундай үҙәкте тағы ла Нефтекамала асыу күҙаллана. Өфөлә Эшҡыуарҙар йорто асыу ҙа планда бар.
Башҡортостанда әлеге тармаҡта эшләүселәр һанын был йыл аҙағына уҡ 415 мең кешегә еткереү күҙаллана. Ә 2024 йылға фермер хужалығында һәм кооперацияла эшләүселәр 18 мең кеше булырға тейеш.
Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт
Ошондай милли проект та билдәләнгән. Уға 4,93 миллиард һум йүнәлтелә. Ситкә тауар һатыуҙың күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Сеймал һәм энергетик булмаған тауар һатыу күләме 2024 йылға 3,8 миллиард долларға етергә тейеш. Ауыл хужалығы тауарҙары һатыуҙы иһә әлеге кимәленән өс тапҡырға арттырып, 230 миллион долларға еткереү бурысы тора.
“Өфө” халыҡ-ара аэропортында авиация йөк комплексы төҙөләсәк. Уның аша йөк ташыу уңайлыҡтары артасаҡ.
“Фән” милли проектына дүрт миллиард һум бүленә. Башҡортостан ғилми-мәғариф үҙәге төҙөү конкурсында ҡатнашырға йыйына. Ғаризаны хуплаһалар, 2020 йылда республикала комплекслы ғилми-техник проекттар буйынса университеттар, ғилми ойошмалар, иҡтисадтың корпоратив секторын берләштергән берҙәм цифрлы плтаформа барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл йәш ғалимдарға ғилми проекттар өсөн берәр миллион һум грант биреү күҙаллана.
Был милли проект өсөн 600 миллион һум һалынған. 2024 йылға тиклем республиканың 1200 мәктәп һәм лицейы, 2060 ФАП, 280 ауыл хакимиәте киң форматлы интернетҡа тоташтырыласаҡ.
Үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға, сервис проекттарына өҫтөнлөк биреләсәк.