-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2019, 12:37

Һинд ютуб каналы рекорд ҡуйҙы

Видео төшөрөп аҡса эшләүселәр, йәғни блогерҙар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Ә бөгөн беҙ һеҙгә иң бай, иң күп яҙылыусы теркәлгән канал тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Видео төшөрөп аҡса эшләүселәр, йәғни блогерҙар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Ә бөгөн беҙ һеҙгә иң бай, иң күп яҙылыусы теркәлгән канал тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.
Ошо көндәрҙә бөтөн донъя иң күп яҙылыусы теркәлгән ютуб каналы тураһында гөж килде. Һиндостандан T-Series YouTube-каналы, 100 миллион яҙылыусы йыйып, донъяуи рекорд ҡуйған. Был канал кешеләрҙе һинд клиптары, фильмдарға трейлерҙар менән йәлеп итә икән. Ошоғаса T-Series каналының төп конкуренты булып швед блогеры PewDiePie иҫәпләнгән. Быйыл март айында был ике каналда ла 90 миллиондан ашыу яҙылыусы теркәлгән булған, әммә һиндтарҙың каналы ҡыҙыҡлыраҡ булған күрәһең - бөгөн улар беренсе урында. Афарин, һиндтар!
Әйткәндәй, һәр кешенең, хатта балаларҙың да YouTube-каналы асып, унда аҡса эшләү мөмкинлеге лә бар. Мәҫәлән, бер видеоны мең кеше ҡараһа, яҡынса 2 доллар (130 һум самаһы) аҡса эшләп була.
Ә һеҙҙең ютуб-каналығыҙ бармы?
Читайте нас: