+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2019, 12:46

Милли проект: таҙа һыу эсәйек!

Башҡортостанда эсәр һыу менән проблема барлығы бер кемгә лә сер түгел. Был иҫәпкә таҙа һыу менән тәьмин ителмәгән райондар ҙа инә.

Башҡортостанда эсәр һыу менән проблема барлығы бер кемгә лә сер түгел. Был иҫәпкә таҙа һыу менән тәьмин ителмәгән райондар ҙа инә.


“Экология” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда эсәр һыу сифатын арттырыуға йүнәлтелгән төбәк программаһы проекты эшләнде.


Уның паспортына ярашлы, республиканың барлыҡ муниципалитеттары 1 майға тиклем үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһына инвентаризация уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер биләмәләрҙә эсәр һыуҙың тейешле талаптарға яуап бирмәгәне асыҡланды.


“Башҡортостандың Торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан эсәр һыу сифатын арттырыу маҡсатында төбәк программаһы эшләнде. Ул 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән”, – ти республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов.


Төбәк проектының маҡсаты – таҙа эсәр һыу менән күберәк кешене тәьмин итеү. Әле үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаһынан таҙа һыуҙы 86,6 процент халыҡ эсә. 2024 йылда был күрһәткес 92,5 процентҡа етергә тейеш. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республиканың 29 муниципалитетында һыу менән тәьмин итеү объеттарын төҙөү һәм реконструкциялау талап ителә. Улар араһында Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы бар. Бында һыуҙың сифаты норма талаптарына яуап бирмәй.


2019 – 2024 йылдарҙа был маҡсатта Башҡортостанға 4254,15 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Уларҙың 4169,067 миллион һумы – федераль, 85,08 миллион һумы республика бюджетынан бүленәсәк.



Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: