+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2019, 12:02

Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө!

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө — 1 июнь көнө 1950 йылдан билдәләнеп килә.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө — 1 июнь көнө 1950 йылдан билдәләнеп килә. Был көн өлкәндәргә, балаларыбыҙҙың ғүмере, сәләмәтлеге һәм именлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ хаҡында иҫкә төшөрә.

Республиканың йәш халҡы сәләмәт һәм белемле булып үҫһен өсөн яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, заманса физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа спорт ҡоролмалары төҙөлә. Балаларҙы ижади яҡтан үҫтереү өсөн төрлө конкурстар үткәрелә, премиялар һәм гранттар тапшырыла. Һәр йәй барлыҡ мәктәп уҡыусыларына тиерлек шифаханаларҙа, профилакторийҙарҙа һәм йәйге лагерҙарҙа ял итеү һәм сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге бирелә. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеүгә айырым иғтибар бүленә.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған саралар баш ҡалабыҙҙа, Салауат Юлаев майҙанында 31 май үк башланды. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 20 интерактив майҙансыҡ ойошторлдо. Ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө конкурс-уйындар, төрлө спорт төрҙәре буйынса турнирҙар уҙғарылды. Һәр кем үҙенең ижади һәләттәрен күрһәтә алды.
Читайте нас: