+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2019, 11:55

Быйыл нисә бала диңгеҙ буйына барасаҡ?

Башҡортостандан биш мең бала быйыл йәй диңгеҙ буйына ял итергә барасаҡ. Бының турала Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева хәбәр итте.

Башҡортостандан биш мең бала быйыл йәй диңгеҙ буйына ял итергә барасаҡ. Бының турала Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева хәбәр итте.
"Башҡортостандан биш мең бала быйыл Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәрендә ял итәсәк. Былтыр, мәҫәлән, дүрт мең бала йылы яҡтарҙа һаулығын нығытҡайны. Азов диңгеҙендәге "Еңеү" профилле лагерь сменаһында 150 бала буласаҡ. Башҡортостанға тәғәйен квоталар бүленгән, ял итәсәк балаларҙың барыһы ла теркәлгән. Улар лагерҙа илһөйәрлек тәрбиәләү, Рәсәй киноһы һәм башҡа темалар буйынса проектлы эшмәкәрлек алып барасаҡ" - тине ул.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты Рәмзиә Бикҡужина әйтеүенсә, "Артек"та ял итеү өсөн федераль бюджеттан Башҡортостанға - 400, ә "Орленок"ҡа 170 юллама бүленгән. "Ата-әсәләр "Артек" йәки "Орленок" лагерҙары сайттарына инеп үҙҙәре теркәлә, рейтинг үтә. Ә беҙгә теркәлеүселәрҙең исемлеген ебәрәләр. Башҡортостандың Спорт министрлығы менән берлектә беҙ балаларҙы диңгеҙ буйына ебәреүҙе ойошторабыҙ" - ти ул.
Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы балаларҙың йәйге ялы тураһында ла аныҡ мәғлүмәт бирҙе. 1 июндән Башҡортостанда 1367 лагерь эшләй башлаған, унда 102 мең бала һаулығын нығыта. 31 авгусҡа тиклем бөтәһе 2652 ойошма балаларҙың йәйге ялын ойоштора.

Читайте нас: