+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2019, 11:55

Милли проект: эшҡыуарлыҡҡа ярҙам

Һуңғы йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу, үҫтереү маҡсатында милли, федераль, төбәк проекттары ҡабул ителде.

Һуңғы йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу, үҫтереү маҡсатында милли, федераль, төбәк проекттары ҡабул ителде.


Уларҙы бойомға ашырыу өсөн субсидия, грант формаһында финанс ярҙам бүленә. Был сараларҙа һәр кем ҡатнаша һәм дәүләт булышлығына өмөт итә ала.


Мәҫәлән, "Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа ярҙам" милли проектына ярашлы булдырылған “Фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проектында ҡатнашыусыларға – ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына, эш башлаған фермерҙарға, ғаилә малсылығын үҫтерергә теләгәндәргә матди-техник базаны үҫтереүгә грант бүлеү ҡаралған.


Быйыл Башҡортостанда төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн 318,2 миллион һум аҡса бүленәсәк, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 311,8, республика бюджетынан 6,4 миллион һум.



Автор: Рәмилә МУСИНА



    Читайте нас: