+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 10:04

БДИ-2019: имтихандан ҡыуылыусылар һәм хакерҙар атакаһы тураһында

Берҙәм дәүләт имтихандары башланыуына бер аҙна ваҡыт уҙҙы. Ошо арала йөҙҙән ашыу тәртип боҙоусы теркәлгән.

Үткән аҙнала ун беренсе синыфты тамамлаусылар география, тарих, химия һәм математика фәндәренән Берҙәм Дәүләт имтихандарын тапшырҙы.
Уҡыу йылы башында уҡ быйылғы БДИ-лар ҡаты күҙәтеү аҫтында үтәсәге тураһында ҡат-ҡат киҫәттеләр. Әммә тәртип боҙоусылар барыбер осрап тора. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, 141 уҡыусы шпаргалка, кеҫә телефоны һәм башҡа төрлө элемтә саралары ҡулланғаны өсөн имтихандан ҡыуып сығарылған.
Рәсәйҙең бер төбәгендә БДИ ойоштороусылары уҡыусыларға ярҙам иткән мәлендә тотолған. Был имтихан тапшырыу пунктында балаларҙың имтихандары тапшырылмаған тип иҫәпләнә, БДИ-ны улар тик киләһе йылда ғына тапшыра аласаҡ.
"Быйыл БДИ барышын күҙәтеү көсәйтелде, тәртип боҙоусылар шунда уҡ билдәләнә бара" - ти Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы башлығы Сергей Кравцов. Видеояҙмаларҙы ҡайтанан ҡарау, тәртип боҙоусылар бармы, юҡмы икәнлеген тикшереү эштәре имтихандарҙан һуң бер нисә көн дауамында бара әле.
БДИ көндәрендә хакерҙар ҙа тик ятмай икән. 31 майҙа һәм 1 июндә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы сайтына хакерҙар һөжүм итеүе осраҡтары теркәлгән.
Читайте нас: