+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2019, 10:49

Һеҙҙең яҡта әйенселеү (йәки әйселәү) бармы?

Интернет киңлектәрен байҡап сыҡҡандан һуң был йола төньяҡ һәм көнбайыш Башҡортостанда һаҡланғанын белдек.

Йылыйыр районы Сәлим ауылы
Йылыйыр районы Сәлим ауылы
Әйенселәү хаҡында Учалы районы уҡыусыһы Ынйы Бүләкованың иншаһынан башлайбыҙ.
Минең тағы бер яратҡан байрамым бар. Ул да ғаилә байрамына әйләнде. Ул – Ураҙа байрамы. Мосолмандарҙың көтөп алған байрамы миңә оҡшай. Беҙ ул көндө тәм-том йыйырға сығабыҙ. Ауыл ерендә өй буйлап әйенселәү йолаһы – бик күңелле күренеш. Ҡыҙҙар, малайҙар бергәләп йөрөйбөҙ. Һәр бер өйгә ингән һайын, изге теләктәр теләйбеҙ, рәхмәт әйтеп сығабыҙ. Әсәйем дә иртә тороп, тәмле еҫтәр сығарып, балалар килеүгә йыуасалар, бөйөрөктәр бешерә башлай. Өйгә ингән һәр береһен ихлас ҡаршы ала.
Мин үҙем дә намаҙ уҡырға өйрәнә башланым. Миңә Илһам ағайым өйрәтә. Уның менән мәсеткә йөрөйөм. Ағинәйҙәр йома һайын намаҙ уҡый, аҙағынан йома сәйе эсәләр. Мин дә был йоланан ҡалырға тырышмайым.
Ғаилә байрамдары беҙгә ғаилә менән бергә булырға, күберәк бер-береңә йылы һүҙҙәр әйтергә, йылы ҡарашта булырға кәрәк. Башҡортостаныбыҙҙа бик күп байрамдар бар. Һәр береһен көтөп алабыҙ, ул көндө уҡымайбыҙ, ғаилә менән ял итәбеҙ. Бүләктәр бирешәбеҙ, берәй ергә ял итергә барабыҙ. Шулай уҡ миңә Ҡорбан байрамы ла оҡшай. Йәй көнө Кәкүк сәйенә сығабыҙ. Мәсеттә «Туй йолаһы», «Бәпәйгә исем ҡушыу» йола-байрамдары ла матур үтә беҙҙең ауылда.
Ынйы Бүләкова, Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең.
Был турала интернетта нимә яҙалар?

Зульфира Тагирова: Ҡайным 1946 йылғы, ул да бала саҡта әйенселәгән. Кешеләр ҡапҡа алдына йәки ишек төбөнә һуйған малдың тиреһен һала торғайнылар ти, сабыйҙарҙың рәхмәттәренән малыбыҙ уңып китһен тип юрағандар. Ул саҡта бутҡа ашатҡандар. ҡалаҡ тотоп йөрөнөк, уртаға бер туҫтаҡҡа һалып бирә торғайнылар тип һөйләй. Кешеләр шулай фатиха алып, сауаплы була, балалар теләктәр теләй, башҡа яҡта байрамсылау тип тә йөрөтөлә, байрам менән ҡотлау, изге теләктәр теләү мәғәнәһендә.


Азат Галиуллин: һәм ул Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла яҡтарында бар.
Иртән торор-тормаҫтан өйгә биш бала килеп инде. Баҡтиһәң, әйенселәп йөрөйҙәр икән. Беҙҙең яҡта ундай йола юҡ, шуға миңә бындай хәлде күреү берсә ҡыҙыҡ та, берсә ҡыҙғаныс та күренде. Эйе, был яҡтарҙа ул Ураҙа байрамында була торған матур йола, ә миңә, ситтән килеп ҡарап торған кешегә, хәйерселеккә оҡшаған. Ярай әле ҡәйнәм алдан әҙерләгән, печенье, кәнфиттәр алып ҡуйған, биреп сығарҙым. "Рәхмәт, һау булығыҙ, бай булығыҙ", - тип сығып киттеләр. Унан һуң тағы биш, шунан ике, тағы өс бала килде. Һеҙгә нисек икән? Ҡайһы яҡтарҙа шундай йола бар һәм һаҡлана? Ҡайҙан килеп сыҡҡан, ҡайһы яҡтан килгән ул, кемдәр белә?


Фаузия Исмагилова: Беҙҙә ундай йола юҡ,урыҫтарҙың ғына пасха байрамында ғына бәләкәй балалар өйҙән өйгә йөрөп күстәнәс йыйып йөрөйҙәр.Унда башҡорт балалары ла ҡушылып китә,сабыйҙар гонаһыҙ бит,уларға ярайҙыр тип уйлайым.Ә ураҙа байрамында оло инәйҙәр бер -береһенә сәйгә йөрөй торғайны.


Гульнара Мухамедьярова: Беҙҙә бар был йола иртәнсәктән төркөм-төркөм булып бөтә ауыл балалары инеп сыҡты Белгәс алдан әҙерләнеп торабыҙ кәнфит- печенье өйҙән май еҫе сыҡһа һауабы ҙур була ти бәлеш.ҡабартма .бауырһаҡ бешерәбеҙ мәсетебеҙ төҙөлөп бөтмәгән иҫкеһе авария хәлендә булғас бер өйҙә ғәйет уҡыйбыҙ тыуған тыумаса бер-беребеҙгә сәйгә йөрөйбөҙ Беҙҙең өсөн ,балалар өсөндә ҙур байрам ул!


Айгуль Булатова: Баймаҡ районында ла бар. Беҙ мәктәптә уҡығанда уҡ була торғайны. Балаларға ла, өлкәндәргә лә оло байрам. Моғайын өлкәндәр ураҙаларын имен-һау тотоп бөтөүҙәренә ҡыуанып, балаларға тәмлекәстәр өләшеп башланғандыр инде.


Фания Сайфуллина: Бәләкәс сакта Ҙур моҡсайзарыбыҙҙы тотоп урам буйлап, һәр өйгә инеп беҙҙә йөрөй торған инек, ә уҫә төшкәс укытыусылар беҙҙе тыйҙы. Пионер, октябряттарға ярамай тинеләр.

Рашида Файзуллина: Беҙ мәктәптә уҡыған осорҙа әйенселәү рөхсәт ителмәй ине Әйенселәгәнде белһәләр линейка алдына сығарып әрләй торғандар ине коммунизмға етеп барғанда иҫкелек ҡалдығы бит ул тип беҙ барыбер йөрөй торған инек ул ваҡытта кәнфит печенье һирәк бирә торғайнылар сөсө икмәк май икмәк булды күбеһен Инде тәмле була торғайны.


Гөлфиә Шайхитдинова: Минең улдарымда бөгөн байрамсылап (Белорет яҡтарында) йөрөп ҡайттылар. Былай бик шат булғандар. Минең уйымса был бик тә һәйбәт йола.


Венера Фомина Әстәғифирулла ????урыҫларҙың Пасха байрамында ғына өйҙән өйгә йөрөйләр; күкәй. кәнфит, печенья йыйып. Башҡорт йолаһын белмәйем, ишеткәнем дә юҡ!!!!


Гульназ Ишкильдина: бала саҡта хәйҽрсҽләп киләйҽм әлҽ тиһәм,өләсэйҽм әрләй инҽ, хәйҽрсҽләүҙән хоҙай һаҡлаһын,тип.


Рашида Галиахметова: Башҡортса ундай һүҙ юҡ әйенселәү тигән әллә ниндәй телдә һөйләшәләр ул????

Байрамсылап йөрөйҙәр тиҙәр беҙҙең яҡта ( Ейәнсурала), йөрөйҙәр балалар , алдан әҙерләнеп кәнфит , тәм-том алып ҡуябыҙ , күңелле лә инде , әйҙә йөрөһөндәр , әтеү былай ҙа һәр беребеҙ үҙ донъябыҙға бикләнешеп бөттөк тә инде , эш күп , ваҡыт юҡҡа һылтанышып)))))) урыҫтарҙың байрамында ла йөрөйҙәр , араларында мосолман балалары ла бар ( шуға ла балалар бит ул ) , балаларҙы һыйлағандан бөтөп китмәйбеҙ , аллаға шөкөр


Разиля Валитова: Беҙҙен Ҡыуандык яғында электән килгән йола.Уҙебеззә бәләкәй сакта йөрөй торгайнык,әле лә шулай ғәйеттә.Башҡа мосолман халкында бар был йола ,Узбәкстанда булганда курзем, байрамда андала балалар шулайтып йөрөй .Балаларҙың зурырагы башлап Рамаҙанга бағышлап шиғыр юлдарын укый ,калгандары кушылып аҙагында "Рамазан"тип әйтеп торалар.Мәсәлән -Котло булхын изге булхын "Рамаҙан"Бәхәт хаулык һезгә килхен."Рамаҙан".Бик матур йола .Балалар шулай әкреннәп диң юлына баҫа инде.


Орфография һәм стилистикаһы һаҡланған!
Был хаҡта башҡа фекерҙәрҙе ошо һылтанмалар аша уҡып була:




Читайте нас: