-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2019, 01:06

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Ай буйы ураҙа тотоу кеүек фарыз ғәмәлде ҙур ихласлыҡ менән үтәгән мөъмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙ!

Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтуһ! Ай буйы ураҙа тотоу кеүек фарыз ғәмәлде ҙур ихласлыҡ менән үтәгән мөъмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙ! Рамаҙан айы һиҙелмәйсә үтеп китте – ҙур байрамыбыҙ Ураҙа Ғәйете етте.


Аллаһу Сөбханәкә үә Тәғәлә ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһа ине. Тотҡан ураҙаларыбыҙ, уҡылған тәрауих намаҙҙарыбыҙ, ҡылған доғаларыбыҙ, биргән саҙаҡаларыбыҙ һәм теләгән изге теләктәребеҙ хаҡына ил-көндәребеҙ имен, күгебеҙ аяҙ, табындарыбыҙ мул булһа ине. Бөйөк Раббыбыҙ күңелдәребеҙҙе мәңгелек иман нуры менән нурландырһын ине! Ғаиләләребеҙгә, йәндәребеҙгә тыныслыҡ, тәндәребеҙгә сәләмәтлек насип итеп, ике донъя бәхетенә ирешергә, барсабыҙға ла хәйерле һәм бәрәкәтле ғүмерҙәр насип итһә ине.

Ураҙа ғәйетендә ихлас күңелдән изге ғәмәл-ғибәҙәттәр ҡылып, һәммәбеҙгә лә Аллаһу Тәғәләнең икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәренә ирешергә насип булһын!

Олуғ байрамыбыҙ Ураҙа Ғәйете мөбәрәк булһын!

Рәхмәт һәм мәғфирәт айы булған изге Рамаҙандан һуң, алда олуғ байрам – Ураҙа ғәйете. Ҡөръәндә Аллаһу Субхәнәкә үә Тәғәлә әйтә: “Рамаҙан шундай өҫтөнлөклө ай – ул мөбәрәк айҙа кешелекте һиҙәйәткә күндереүсе, хаҡ менән ялғанды айырыусы Аллаһтың һүҙе иңдерелде”.


Ураҙа ғәйетендә беҙ Аллаһ биргән был һөйөнөскә шөкөр итәбеҙ, Уға маҡтауҙарыбыҙҙы еткерәбеҙ. Әлеге көндө һәр мосолманға Ғәйет намаҙы уҡыу, фәҡирҙәргә саҙаҡа һәм ризыҡ биреп, хөрмәт күрһәтеү – сауаплы ғәмәл.


Ғәйет намаҙына барыр алдыннан таң атҡансы, бер татлы жимеш менән ифтар ҡылына. Был көндө иртәрәк тороп, ғөсөл ҡойоноу, яҡшы кейемдәр кейеү һәм хушбуй һөртөү күркәм ғәҙәттәрҙән һанала. Ғәйет өс көн дауам итә, байрамды туғандар һәм ҡәрҙәштәр араһында ҡунаҡҡа йөрөшөп, тәмле ризыҡтар бешереп, шатлыҡ менән үткәреү – сөннәттер.


Рамаҙан айында мәсеттәрҙә сафтар һаны арта, нәфел намаҙҙары уҡыу, Ҡөръән уҡыу йышая, күптәр ураҙа тота, Шәүәл айына сығыу менән был ғәмәлдәр кәмемәһен ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (саләллаһу ғәләйһи үәссәләм) әйткән: “Кем Шәүәл айында алты көн ураҙа тотһа, йыл буйы ураҙа тотҡандың сауабына ирешер һәм Аллаһ был бәндәнең тәнен тамуҡҡа хәрәм ҡылыр”. Рамаҙан айында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тотолмай ҡалған ураҙалары булған кешеләр башта ул көндәрен тотоп, унан һуң Шәүәл айы ураҙаһын тотһа, дөрөҫ булыр.


Исламдың ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла бер үк дәрәжәгә ҡуйыуы һәм мөслимәләргә йәмәғәт намаҙҙарында ҡатнашырға мөмкинселек бирүе һәм уларҙы башҡа дини йөкләмәләр менән вазифаландырыуы, уның ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата айырым ихтирам биргәнен күрһәтә. Ислам дине мосолман ҡатын ҡыҙҙарын өммәт эштәренә ҡатнашыуға ҡыҙыҡтырып, мәсеттәрҙә йыйылышыу, ғәйет намаҙҙарына иғтибар биреү, ғөмүән, йәмәғәтте ҡайғыртыуға саҡыра һәм уларҙың хәйерле эштәрендә шулай уҡ өммәт өсөн бик мөһим булған ғәйет байрамдарында актив булыуҙарын теләй.


Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм бөтөн халыҡты был байрамдарға ҡатнашырға саҡырған, хатта намаҙ уҡымай торған ваҡыты булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, өйҙә генә ултыра торған йәш ҡыҙҙар ҙа был ҙур байрамдарҙан мәхрүм ҡалмаҫҡа тейеш, тип өйрәткән.


Пәйгәмбәр ғәләйһиссәләмдең ҡатын-ҡыҙҙы байрамға сығарыу теләге шундай көслө булған, ул хатта бөркәнсеге булған ҡатын ҡыҙҙарға бөркәнсеге булмағандарына биреп торорға ҡушҡан. Умму Ғәтиә: “Аллаһ Илсеһе беҙгә, бәлиғ булған һәм өйҙә генә ултырыусы ҡыҙҙарға ла, башҡалар менән бергә, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрендә ҡатнашырға бойорҙо”.
Читайте нас: