-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 17:31

Милли проект – төҙөлөш тармағында

Башҡортостандың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыуы сиктәрендә, төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре КПД компаниялар төркөмө вәкилдәре менән осрашты.

Башҡортостандың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыуы сиктәрендә, төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре КПД компаниялар төркөмө вәкилдәре менән осрашты.


Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре милли проектта ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү саралары менән таныштырҙы. Атап әйткәндә, производство процестарын оптимәлләштереү проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса хеҙмәт етештереүсәнлеге йәһәтенән эксперттарҙың бушлай хеҙмәтен алыу мөмкин. Финанс йәһәттән, Сәнәғәтте үҫтереү фондынан йылына 1 процент ставка менән биш йылға тиклем 50 миллион һумдан алып 300 миллион һумға тиклем льготалы займ юллау мөмкинлеге бар.


Мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә килгәндә, предприятиелар хеҙмәткәрҙәрҙе алдан уҡытыу буйынса компенсация сараларын да хәстәрләй ала.


Эре төҙөлөш холдингы вәкилдәре, үҙ сиратында, милли проектта ҡатнашыу ниндәй ыңғай һөҙөмтәләргә килтерәсәген баһаланы, сығарылған тауарҙарҙың көнәркәшлек сифаттарын арттырыуға, проектлы идара принциптарын индереүгә ҡағылышлы пландары менән бүлеште.


Әйткәндәй, КПД генподряд төҙөлөш фирмаһы – ошо тармаҡта эшләүселәр араһында милли проектта ҡатнашыусы тәүге предприятие.


Фото уфа.рф сайтынан.


#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА
Читайте нас: