-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 17:50

Владимир Путин һуғыш ысынбарлығын онотмаҫҡа саҡыра

Ошо көндәрҙә Йәһүдтәр музейы һәм толерантлыҡ үҙәгендә концлагерҙар һәм геттоға ҡаршы торған геройҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

Ошо көндәрҙә Йәһүдтәр музейы һәм толерантлыҡ үҙәгендә концлагерҙар һәм геттоға ҡаршы торған геройҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.


– Сәйәсмәндәр, йәмәғәтселәр һәм дини эшмәкәрҙәрҙең дөйөм бурысы – Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы бар ысынбарлыҡты һаҡлау һәм киләһе быуынға еткереү. Беҙҙең халыҡтың батырлығы, беҙҙең союзниктар, миллионлаған бер ғәйепһеҙ кешенең ғазаптары һәм үлеме тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ, – тине Владимир Путин.


Дәүләт башлығы фекеренсә, был дөрөҫлөк киләсәктә бындай ҡурҡыныс һуғыштар ҡабатланыуынан, милләтселек, ксенофобия һәм антисемитизм тыуҙырыуҙан һаҡлаясаҡ. Был мемориал дөйөм хәтерҙең тағы бер символы буласаҡ.


Фото: stmegi.com


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА


Читайте нас в