“Рәсәй ирекмәне” Бөтә Рәсәй конкурсы туғыҙынсы йыл үткәрелә һәм ил буйынса тиҫтәләрсә мең проектты йыйып, уларҙың иң яҡшыларын тормошҡа ашырыуға юл аса. Был ниндәй конкурс? Унда нисек ҡатнашырға?
“Рәсәй ирекмәне” Бөтә Рәсәй конкурсының тәүге этабында ғаризалар ҡабул ителә, быйыл ул 16 июнгә тиклем дауам итәсәк. Анкетаны добровольцыроссии.рф сайты аша тултырырға мөмкин. Артабан ситтән тороп ҡатнашыу, июлдән октябргәсә – ярымфинал һәм октябрь-ноябрҙә финал өлөштәре үтә. Сараға декабрҙә уҙасаҡ Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара форумында йомғаҡ яһалып, еңеүселәр иғлан ителәсәк. Ирекмәнлек менән шөғөлләнгән ойошмалар, уҡыу йорттары, ғөмүмән, изге эштәр башҡарыусылар үҙ проекттары өсөн 2 миллион һумғаса аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Ә конкурстың дөйөм грант фонды – 45 миллион һум.
Ил етәкселеге был изге эшмәкәрлекте үҫтереүҙе яҡын киләсәктәге мөһим бурыстарҙың береһе тип билдәләй. Тап шуға күрә Рәсәй Хөкүмәте 2025 йылға тиклем Ирекмәнлекте үҫтереү концепцияһын әҙерләне. “Илебеҙҙә һеҙҙең фекерҙәштәр һаны артҡандан-арта бара, бында, әлбиттә, үҙегеҙ ҙә тырышлыҡ күрһәтәгеҙ. Ҡайҙа ҡыйынлыҡтар бар, ҡайҙа аныҡ ярҙам кәрәк, ҡайҙа ғәҙеллек урынлаштырыу талап ителә – кешеләр шунда ашыға”, – тигәйне ил Президенты Владимир Путин ирекмәндәр менән осрашыу барышында.
Фото: добровольцыроссии.рф