-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 12:33

Радий Хәбиров: Башҡортостанда бассейны булмаған бер генә муниципалитет та ҡалмаҫ

Беҙ балаларҙы йөҙөргә өйрәтеп, уларҙың ғүмерен ҡотҡарырбыҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Бөтәһе өсөн дә спорт: донъя трендтары һәм эшлекле ҡараш» сессияһында сығыш яһап. Сессияла шулай уҡ Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, «Сколково» фонды рәйесе Аркадий Дворкович, грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин ҡатнашты.
«Республикабыҙ ҙур, ҡайһы бер ауыл райондарында муниципаль бассейндар юҡ. Билдәле ваҡытҡа бассейны булмаған бер генә муниципалитет та ҡалмаҫ. Әле беҙ ошо программаны әҙерләйбеҙ. Һуңынан балаларҙы йөҙөргә өйрәтә башларбыҙ. Шул рәүешле беҙ уларҙың ғүмерен ҡотҡарырбыҙ», — тине Радий Хәбиров. Ул былтыр республикала 60-тан ашыу баланың һыуҙа батып үлгәнен иҫкә төшөрҙө.
Радий Хәбиров фекеренсә, хәҙер балалар өсөн иң яҡшыһы – спорт. Башҡортостанда «Көрәш – мәктәптәргә» программаһы эшләй. Ундан ашыу мәктәпкә тренерҙар һәм тейешле ҡорамалдар алынды. Өҫтәүенә көрәш күп аҡса һалыуҙы талап итмәй. Ләкин иң ҙур проблема – тренерҙар әҙерләү. Элекке төркөм эштән китә, ә яңыларын әҙерләүгә аҡса һәм заманса методика кәрәк, был да – проблема.
Радий Хәбиров 9 июлдә Башҡортостанда халыҡ-ара балалар уйындары асылыуын әйтте һәм йыйылыусыларҙы Өфөгә саҡырҙы.
Читайте нас в