+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2019, 17:41

Милли проекттар: сит ил инвесторҙары ла ярҙам итәсәк

Сит илдәр инвесторҙары илебеҙҙә тормошҡа ашырылған милли проекттарға аҡсалата булышлыҡ ҡылыу теләген белдергән.

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй етәксеһе Владимир Путин менән осрашыуҙа сит илдәр инвесторҙары илебеҙҙә тормошҡа ашырылған милли проекттарға аҡсалата булышлыҡ ҡылыу теләген белдергән.


“Донъяның ҡеүәтле инвесторҙары менән кәңәшмә бик уңышлы үтте, – тине Рәсәй Тура инвестициялар фонды етәксеһе Кирилл Дмитриев. – Улар донъялағы активтарҙың 20 процентына – 15 триллион долларҙан ашыу күләмдәге капиталға идара итә. Һәм ошо инвесторҙар үҙҙәренең Рәсәйҙәге милли проекттарға ҡыҙыҡһыныуын раҫланы”.


Фонд етәксеһе белдереүенсә, инвесторҙар ҡатнашырға теләгән аныҡ милли проектын да әйткән. Был йәһәттән айырыуса “Һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө урында.




Автор: Д. ИШМОРАТОВА
Читайте нас: