-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2019, 14:20

Өфө 445-се тыуған көнөн салют менән билдәләй

12 июндә Өфө бер юлы өс байрамды — баш ҡаланың 445-се тыуған көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуҙы һәм Рәсәй көнөн билдәләй.

12 июндә Өфө бер юлы өс байрамды — баш ҡаланың 445-се тыуған көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуҙы һәм Рәсәй көнөн билдәләй. Ошо уҡ көндә баш ҡаланың барлыҡ райондарында төрлө саралар уҙғарыу күҙаллана.
Байрам салют менән тамамлана. Быйыл фейерверк Ленин майҙанында түгел, ә «Ватан» этнопаркында була, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Киске сәғәт 11-ҙә башлана.
12 июндә «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда «Евразия йөрәге» фестивале асыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө өс байрамды уҙғарыуға 1,5 миллион һум тотона.
Читайте нас в