+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2019, 01:19

Республикала Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең табылыуына 60 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Бөгөн Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең табылыуына 60 йыл тулыуға арналған сара башланды.

Бөрйән районы 8-9 июндә V «Ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт ҡомартҡыларын музейлаштырыу: теория һәм практика» халыҡ-ара симпозиумын ҡабул итә. Бөгөн Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең табылыуына 60 йыл тулыуға арналған сара башланды.
Мәҙәни мираҫ объекттарын, шул иҫәптән үҙенсәлекле археологик ҡомартҡыны – Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрҙе һаҡлау, музейлаштырыу һәм популярлаштырыу мәсьәләләре ҡарала, тип билдәләне республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Симпозиумда Мәскәү, Санкт-Петербург, Кемерово, Екатеринбург ғалимдары, шулай уҡ сит ил белгестәре: ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе реставрациялау өлкәһендә халыҡ-ара белгес Эудалд Гуилламет (Андорра-ла-Велья, Андорра кенәзлеге); археология һаҡлаусы Натали Фурман (Мәҙәниәт министрлығы, Мәҙәниәт эштәре буйынса төбәк идаралығы – Бордо, Франция); Кеше музейының ғилми хеҙмәткәре, тарихҡа тиклемге фигуралар буйынса белгес Петроньяни Стефан (Париж, Франция); Превентив археология дәүләт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, геоморфолог Кайоль Дидье (Сен-Оран-де-Гамвиль, Франция) ҡатнаша.
Сара барышында «ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә дәғүә итеүгә юл: проблемалар һәм мөмкинлектәр» түңәрәк өҫтәле ойошторола. Уның маҡсаты — «Шүлгәнташ мәмерйәһе рәсемдәре» объекты менән идара итеү планын тикшереү.
Халыҡ-ара симпозиумды ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге, «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты.
Читайте нас: