+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2019, 14:17

Сармат вариҫтарын саҡыра

15 июндә Торатау итәгендә "Сармат вариҫтары" тип аталған этно-фольклор фестивале уҙғарыла.

15 июндә Торатау итәгендә "Сармат вариҫтары" тип аталған этно-фольклор фестивале уҙғарыла. Был сара сармат халҡының боронғо һәм серле мәҙәниәте менән таныштырған фестиваль буласаҡ.


Байрамда тотош республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 5 меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Фестиваль ҡунаҡтарының милли уйындарҙа, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоуын, һыбай йөрөү оҫталығы, атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса турнирҙарҙы ҡарау мөмкинлеге бар. Ойоштороусылар балалар өсөн айырым конкурс-уйын программаһы әҙерләй.
Читайте нас: