Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь 2019, 12:07

Владимир Путин Питерҙа биш төбәккә ҡул сапты

Бер нисә көн элек шаулап-гөрләп Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы үтте.

Бер нисә көн элек шаулап-гөрләп Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы үтте. Һөҙөмтәләре ныҡ шәп булды шикелле. Һәр хәлдә төрлө проект буйынса ла, хеҙмәттәшлек буйынса ла килешеүҙәр бихисап ине. Пленар ултырышта сығыш яһаған Рәсәй Презеденты Владимир Путин бер ыңғай инвестиция климаты буйынса милли рейтингта алғы рәткә баҫҡан төбәктәрҙе маҡтап китте.


- Ил субъекттары араһында эшҡыуарҙар, инвестиция, проекттар өсөн яҡшы дәғүәселек үҫә бара. Идара итеү командаларының һөҙөмтәлелеге һиҙелерлек күтәрелде. Быға төбәктәрҙә инвестиция климаты буйынса милли рейтинг һәйбәт стимул булып тора. Йола буйынса, ошо Петербург форумында рейтингтың 2019 йыл еңеүселәрен атағым килә. Улар: Мәскәү, Татарстан, Төмән һәм Калуга өлкәләре, Санкт-Петербург. (Алҡыштар) Мин дә уларға алҡышлайым, - тине үҙ сығышында Владимир Путин.


Президент ыңғай динамика күрһәткән төбәктәрҙе лә атап үтте. Бында Яҡут республикаһы, Приморье крайы, Һамар өлкәһе, Ҡырым, Төньяҡ Осетия, Пермь крайы, Нижегород өлкәһе, Удмурт республикаһы, Иваново һәм Новгород өлкәләре бар.


Нисауа, тиҙҙән беҙҙең республикаға ла алҡышларҙар.


Фото: Кремлин.ру
Читайте нас в