Башҡортостандың Мәғариф министрлығы география, рус әҙәбиәте һәм математиканан (база) БДИ һөҙөмтәләре әҙер булыуы тураһында хәбәр итте.
Быйыл математиканы база 7098 уҡыусы тапшырғайны. Шуларҙың 47,3%, йәғни 3357 бала "бишле"гә яҙған.
Рус әҙәбиәтенән БДИ-ны 798 уҡыусы яҙҙы, ике кеше 100 балл йыя алған.
Географиянан 521 баланың өсәүһе 100 балға яҙған.