-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 22:11

Әбйәлил районы Салауат ауылынан унынсы синыф уҡыусыһы БДИ-ны 100 балға яҙған. Нисек?

Географиянан тестты ҡыҙ бер ауырлыҡһыҙ йырып үтә. Сөнки ул, беренсенән ныҡ тырыш - тик "бишле" билдәһенә уҡый, икенсенән...

Әбйәлил районы Салауат мәктәбендә 10-сы синыфта белем алыусы Зарема Хамматова географиянан БДИ-ны 100 балға яҙған.
Ваҡытынан алда тапшырыла торған имтиханға Зарема ике синыфташы менән барған булған. Географиянан тестты ҡыҙ бер ауырлыҡһыҙ йырып үтә. Сөнки ул, беренсенән ныҡ тырыш - тик "бишле" билдәһенә уҡый, икенсенән, география - уның 7-се синыфтан алып ҡыҙыҡһынып уҡыған предметы. Өс тапҡыр республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, фән менән мауыға.
"БДИ ауыр булманы. Мин уға оҙаҡ әҙерләндем. Уҡытыусыбыҙ Рәйлә Хафизова беҙҙе әҙерләне. Яратҡан предметым буйынса 100 балға яҙырыма бер ҙә шикләнмәнем. Имтихан тапшырыусыларға кәңәшем шул: тулҡынланмаһындар, ҡурҡмаһындар. Киләһе йыл мин тарих, инглиз теле, профилле математиканан БДИ тапшырырға ниәтләнәм", - ти Зарема.
Мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл географиянан 521 бала БДИ яҙған. Иң юғары балға, Зареманан тыш, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан уҡыусылар лайыҡ булған.


Әйткәндәй, 10-сы синыфта уҡыған һәр уҡыусы математиканан (база), рус теле һәм географиянан БДИ тапшыра ала. Әгәр һөҙөмтәләр оҡшамаһа, 11-се синыфты тамамлағас ҡабаттан имтихан бирә ала.


Читайте нас: