Синоптиктар хәбәр итеүенсә һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк. 12 июнь 28 градускаса йылы булһа, 13 июнь көньяҡ Уралға арктиканан һыуыҡ киләсәк. Көндөҙ 14-19, төндә 10-15 градус йылы булыуы көтөлә. Һыу төшөү тураһында тағы бер аҙ онотоп торабыҙ инде. Аҙна аҙағында республикабыҙҙың таулы райондарында төндәрен +1-7 булыуы һәм ҡырау төшөүе ихтимал. Һауа торошо ҡырҡа үҙгәргән мәлдә ел-дауыл сығыуы, йәшен йәшнәп көслә ямғыр, борсаҡ яуа тип хәбәр итә Башгидрометцентр.