Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда фонтан асылды. Асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
«Гидродинамик фонтан түңәрәк һауыт рәүешендә эшләнгән. Фонтан һыуының бейеклеге төрлөсә, уларҙың иң көслөһө хәҙерге ваҡытты күрһәтергә тейеш. Йырлы фонтан төрлө уттар менән йыһазландырылған.
Фотнанды төҙөү 2014 йылда башланды, ләкин 2018 йыл гына был эшкә етди тотондолар ҙа бөгөн бөтәһендә ҡыуандырҙылар.