Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июнь 2019, 12:53

Милли кейем байрамына рәхим итегеҙ

Был сара бөгөн халыҡ-ара "Евразия йөрәге - 2019" фестивале мәлендә үтәсәк.

Бөгөн, 12 июнь, халыҡ-ара "Евразия йөрәге - 2019" фестивале мәлендә - милли кейем байрамы үтәсәк.


Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры майҙанында киске 6-ла парадта ҡатнашыусылар Зәки Вәлиди урамы буйлап "Ватан" этнопаркына тиклем үтәсәк. Аҙаҡтан тамаша матур байрам - концерт менән тамамланасаҡ.

Хөрмәтле дуҫтар! Парадта әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Читайте нас в