+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь 2019, 12:17

Милли проект – экспорт үҫешенә этәргес

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты илдең эске һәм тышҡы иҡтисадын үҫтереүҙә төп йүнәлеш булараҡ билдәләнде.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты илдең эске һәм тышҡы иҡтисадын үҫтереүҙә төп йүнәлеш булараҡ билдәләнде.


Уның “Сәнәғәт экспорты” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, быйыл февралдә Рәсәй Хөкүмәтенең конкуренцияға һәләтлелекте арттырыуға йүнәлтелгән корпоратив программаларҙы тормошҡа ашырған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында 191-се ҡарары ҡабул ителде. Был документ әҙерләнгәнгә тиклем үк Рәсәй субъекттарында мең ярымдан ашыу кешенең ошо программала көсөн һынарға теләүе асыҡланған.


Милли проекттың төп маҡсаты – сеймал булмаған тауарҙарҙы, эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы продукциялары өлөшөн экспортлау күләмен арттырыу; хеҙмәт бүленешенең һәм етештереү кооперацияһының һөҙөмтәле системаһын булдырыу; Евразия иҡтисади союзы ағзаһы булған илдәр араһында тауар әйләнешен киңәйтеү, тупланған берҙәм инвестициялар үҫешен тәьмин итеү һ.б.


Милли проект үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”. Уларҙың ошо уҡ атамалағы төбәк проекттары тормошҡа ашырыла. Алда әйтелгән 191-се ҡарар буйынса, мәҫәлән, төбәк әһәмиәтенә эйә етештереүселәрҙе квалификациялы һайлау үткәреү маҡсаты тора.


Ошо маҡсатҡа ярашлы йүнәлештәрҙең береһе – республикала “Йыл экспортеры” конкурсы старт алды. Ойоштороусыһы – Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.


Конкурс төбәк биләмәһендә етештерелгән әҙер экспорт продукцияһын (тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр) ғәмәлгә ашырған ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар (дәүләт (муниципаль) ойошмаларҙан тыш) араһында үткәрелә. Сара тышҡы баҙарҙа республика тауар етештереүселәренең конкурентлыҡҡа һәләтлелеген көсәйтеүгә, экспорт эшмәкәрлегенең дәрәжәһен арттырыуға йүнәлтелгән.


Ҡатнашыусылар бер нисә критерий буйынса баһалана. Шул иҫәптән продукцияны ситкә сығарыуҙың йыллыҡ күләме, география киңлеге, тауарҙы халыҡ-ара, Рәсәй, сит ил күргәҙмәләренә, йәрминкәләргә сығарыу һ.б. иғтибарға алынасаҡ.


Конкурс һөҙөмтәһе буйынса алты номинацияла алты еңеүсе билдәләү ҡаралған. Улар – “Сәнәғәт тармағында йыл экспортеры”, “Агросәнәғәт комплексы тармағында йыл экспортеры”, “Хеҙмәтләндереү тармағында йыл экспортеры”, “Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл экспортеры”, “Йыл үҫеше” (бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн), “Яңы география”.


Конкурста ҡатнашыуға заявкалар [email protected] электрон адресына 10 июлгә тиклем ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта документтарҙың төп нөсхәһен дә күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Был йәһәттән ҡағиҙәләр менән https://foreign.bashkortostan.ru/documents/active/226772/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.


Конкурста ҡатнашыуға бәйле һорауҙар менән Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты белгестәренә шылтыратырға була. Телефон: +7 (347) 280-87-17.


Еңеүселәр быйыл 17 июлдә “Экспортларға ваҡыт” II халыҡ-ара экспорт форумы барышында тантаналы бүләкләнәсәк.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: