+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 12:11

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө

14 июнь - Башҡортостан республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Журналист һүҙе йәмғиәттә мөһим һәм ихтирамлы урын биләй. Көслө һүҙ кешеләрҙе берләштерә, яҡшылыҡҡа ышаныс уята. Шулай уҡ ул һәләк итеү көсөнә лә эйә. Шуға күрә журналист ҡәләменең осло, әммә объектив булыуы, Ватанға ысын һөйөү яңғырауы, материалдарҙа кеше тормошон яҡшыртыуға ынтылыш булыуы мөһим.
Коллегаларыбыҙға уңышлы һәм сифатлы үҫеш, ҡыҙыҡлы темалар һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән «Аманат» Башҡортостан Республикаһының мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәфис-публицистик журналы ла бер быуат инде балалар тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра.
Уның исемендәге «аманат» һүҙе — «васыят» тигән мәғәнәлә. Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев, Фәүзиә Рәхимғолова кеүек күренекле әҙиптәр тәүге әҫәрҙәрен «Пионер» журналында баҫтырған.

Ҡайнар ҡотлап, "Аманат"тар.

Читайте нас: