+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 20:24

Наҙгөл Отузова - абсолют еңеүсе!

Наҙгөл йәнә Мәскәү сәхнәләрен яулай. Был юлы ул "Бөтөн тауышҡа" телевизион проектында ҡатнашып, абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды.

Наҙгөл йәнә Мәскәү сәхнәләрен яулай. Был юлы ул "Бөтөн тауышҡа" телевизион проектында ҡатнашып, абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Конкурстың финалы RU.TV телеканалында эфирҙа үтте. Ҡыҙ "Ангелы" тип аталған йырҙы йырлағайны. Артабан ул "Бөтөн тауышҡа" проектының халыҡ-ара кимәлендәге конкурсында Рәсәй командаһы составында сығыш яһаясаҡ.
"Миңә был конкурс бик ныҡ оҡшаны. Жюри ағзалары ла, балалар ҙа һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер генә тора. Бындай проектта ҡатнашыуыма бәхетлемен" - ти Наҙгөл.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Родион Газманов, Альбина Джанабаева, RU.TV телеканалының генераль продюсеры Михаил Богомолов һәм "Бөтөн тауышҡа" проектының генераль продюсеры Лина Арифуллина баһаланы.

Читайте нас: