+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 11:44

Владимир Путинға һорауығыҙ булһа...

Йылдағыса, “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус тапшырыуы эфирға сыға. Билдәләнгән ваҡыты – 20 июнь.

Йылдағыса, “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус тапшырыуы эфирға сыға. Билдәләнгән ваҡыты – 20 июнь.


Тапшырыу “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “НТВ”, “ОТР”, “МИР” телеканалдарында, “Маяҡ”, “Вести FM”, “Рәсәй радиоһы” радиостанцияларында трансляцияланасаҡ. Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.


Һорауҙарҙы телефон аша шылтыратып (8–800–200–40–40, сит илдәрҙән – +7–499–550–40–40, +7–495–539–40–40); СМС, ММС-хәбәрҙәр ебәреп бирергә (Рәсәй элемтә операторҙары телефонынан 0–40–40 һандарына); шулай уҡ тапшырыу сайтына (moskva-putinu.ru (москва-путину.рф), йәки махсус мобиль ҡушымтаға (“Москва – Путину”) яҙырға була.


Өҫтәүенә “Бәйләнештә” (vk.com/moskvaputinu), “Класташтар” (ok.ru/moskvaputinu) социаль селтәрҙәрендә видеоролик төшөрөп һалыу мөмкинлеге бар. Эфир ваҡытында иһә “Москва – Путину” һәм “ОК Live” ҡушымтаһын файҙаланыусылар студия менән тура видеобәйләнешкә инә ала.


Һорауҙар бөгөндән алып 20 июнь тапшырыу тамамланғансы ҡабул ителә.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: