+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2019, 20:45

Ҡанаттарҙы нығытты "Ҡош юлы"

“Беренсе канал”да – “Тауыш”, “ТНТ”ла – “Йырҙар”, “Рәсәй” каналында – “Төп сәхнә”... Ә беҙҙә “Ҡош юлы. Балалар” бар!

“Беренсе канал”да – “Тауыш”, “ТНТ”ла – “Йырҙар”, “Рәсәй” каналында – “Төп сәхнә”... Ә беҙҙә “Ҡош юлы. Балалар” бар!


“Ҡош юлы” башҡорт бардтары фестивале һәм “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы ярҙамында бойомға ашырылған был проектҡа ярашлы, бынан бер нисә ай элек БЮТ каналындағы беренсе сығарылышта билдәле йырсы-музыканттар Тимур Йосопов, Миңзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова, Илгиз Муллағәләмов, Ришат Сөләймәнов, Ринат Абдуллин бәйгегә килгән үҫмерҙәр араһынан иң-иңдәрҙе үҙ командаларына һайлап алды.


Уларҙың барыһы ла бөгөн “Йәйғор” шифаханаһында финал концертында еңеүсе исеме өсөн көс һынашты. Баһалама ағзалары – “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале лауреаты Рөстәм Миһранов, “Via and Rock” музыка мәктәбе етәксеһе, музыкант Эмиль Әһлиуллин, йәштәр араһында киң билдәле скрипкасы Резана Вәлиева, йәш шағирә Айгөл Йәмилева ярайһы фекер алышҡандан һуң, “Ҡош юлы. Балалар” йәш бардтар телевизион конкурсының еңеүсеһе тип Баймаҡ егете Ильяс Ҡотоев танылды!


Ләйсән Мәғәфүрова – I, Нәркәс Маликова менән Динислам Ишмырҙин – II, бәйгелә үҙе яҙған йыр менән ҡатнашҡан Алһыу Шәйхулова III урын яуланы.


Башҡа ҡыҙ һәм егеттәр “Ҡыйыу йөрәк”, “Сәхнә оҫтаһы”, “Фекерле башҡарыусы” һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде. Йәш конкурсанттарҙы ҡотларға республикабыҙҙың Мәғариф, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлыҡтары вәкилдәре лә килде.


Автор: А. ҒӘБИТОВА.
Читайте нас: