-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2019, 15:24

"Евразия йөрәге": беҙ төрлө, әммә ынтылыштарыбыҙ бер

“Евразия йөрәге” кисә ҙур гала-концерт менән тамамланды. Билдәле булыуынса, тотош сара быйыл "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы ойошторолдо.

“Евразия йөрәге” кисә ҙур гала-концерт менән тамамланды. Билдәле булыуынса, тотош сара быйыл "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы ойошторолдо.


Фестивалдең дүртенсе көнөн иң яҡшы хәрби музыкаль художество-ижади коллективтарҙың береһе – Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры асты. Ул башҡорт тамашасыларына репертуарҙы урындағы милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып төҙөгән. Сығыш өсөн премьера – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевкә арналған “Рәсәй һауаһы” тигән композиция әҙерләнгәйне.


“Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙына рәхмәт. Уның саҡырыуы һәм Росгвардия етәкселегенең ярҙамы арҡаһында беҙ ошондай һоҡланғыс майҙанда сығыш яһау бәхетенә эйә булдыҡ. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында булдыҡ, артабан Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына концерт менән юлланасаҡбыҙ”, – тине Росгвардияның симфоник оркестры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, подполковник Азат Шахмөхәмәтов.


Улар менән бер сәхнәлә шулай уҡ Рәмил Ғәйзуллин, Мәликә Разакова, Наҙгөл Отузова, Шәрип Умханов, “Арғымаҡ”, “Премьер”, “Узорица” төркөмдәре сығыш яһаны.


Фестиваль концертында билдәле йырсы Владимир Маркин да ҡатнашып, бөтөн тамашасы һөйөүен яулаған йырҙарын башҡарҙы.


“Тормош еңел түгел, ә бына ошондай саралар беҙҙең барыбыҙҙы ла сәнғәт бәйләп тороуына, һәммәбеҙҙең бер ғаилә икәненә йәнә бер ҡат инандыра. Ошо ышаныс тойғоһо йөрәктәрҙе, күңелде йылыта”, – тине йырсы.


Байрам концертында шулай уҡ Эмир Кустурица һәм “The No Smoking Orchestra” төркөмө сығыш яһаны, уларҙың һәр йыры дәррәү алҡыштарға күмелде.

“Бер майҙанда ошолай күп кеше йыйылғанын күптән күргәнем юҡ ине. Миңә бик оҡшаны”, – тип белдерҙе төркөм солисы.


Фестивалдең дүртенсе көнө, ғәҙәттәгесә, “Евразия йөрәге” гимны һәм сағыу салют менән тамамланды.


Дөйөм алғанда, милли мәҙәниәт фестивале Тыуған илебеҙҙең, унда йәшәгән халыҡтар күңеленең шул ҡәҙәр киң булыуын, йыр-моңға байлығын, һәммәбеҙҙең төп ҡиммәте татыулыҡ, дуҫлыҡ икәнен йәнә бер ҡат раҫланы. Беҙ төрлө, әммә ынтылыштарыбыҙ бер.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: