Сарала 27 ил делегацияһы, шулай уҡ 13 күҙәтеүсе ойошма (араларында БДБ, Ғәрәп дәүләттәре лигаһы, Миграция буйынса халыҡ-ара ойошма, Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма, Төрки телле илдәрҙең парламент ассамблеяһы бар) вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта төбәк һәм глобаль хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, стратегик тотороҡлолоҡ, иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу һ.б. мәсьәләләр ҡаралды.