+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июнь 2019, 11:34

Донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәре булырмы?

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республикала донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәре булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Бындай бурыс “Фән” милли проектында ҡуйылған.

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республикала донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәре булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Бындай бурыс “Фән” милли проектында ҡуйылған.


Үҙәктең төп маҡсаттары – фән, бизнес һәм мәғарифтың берҙәмлеген тәьмин итеү, яңы технологиялар булдырыу, тикшеренеү инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ белем биреү хеҙмәте экспорты.


Ултырышта ҡатнашыусылар фәнни, ғилми-техник проекттар, лабораториялар етәкселәренең һөнәри һәм идара итеү оҫталығын арттырыу, белгестәр әҙерләү эшен заман талаптарына ярашлы ойоштороу, конкуренцияға һәләтлелекте көсәйтеү маҡсатында башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында фекер алышты.


Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванованың һүҙҙәренсә, донъя кимәлендә ғилми-белем биреү үҙәктәре проекттарын тәүгеләр рәтендә булдырған төбәктәр федераль ярҙам алған да инде. Башҡортостандың да был йәһәттән ҙур мөмкинлектәре бар.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: