+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2019, 14:31

Балалар һәм әсәләр һаулығы һағында

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем 18 балалар поликлиникаһына һәм ауырлы ҡатындарҙың һаулығын хәстәрләү учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ.

Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем 18 балалар поликлиникаһына һәм ауырлы ҡатындарҙың һаулығын хәстәрләү учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. Шулай уҡ 220-нән ашыу ҡорамал һатып алыу планлаштырыла.


Ошо эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” проектында ҡаралған. “Бынан тыш, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында балалар поликлиникалары төҙөлә”, – тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.


“Балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл Башҡортостан власы 1 миллиард 700 миллион һум йүнәлтәсәк, был сумманың 300 миллион һум самаһы – федераль бюджеттан. Был программа һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың үлем осраҡтары кәмергә тейеш, тиелә ведомствола.


Билдәле булыуынса, 2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә !Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: