Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә: «Беҙ, башҡорттар – бөтә ырыуҙарыбыҙ менән изге тауҙа тупланған, ата-бабаларҙан ҡалған зиһен зирәклеге, күңел һиҙгерлеге, быуаттарҙан быуаттарға милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыр рухи көсө менән дан алған халыҡ! Тап Торатауҙа һаҡлана ул ҡәүемебеҙҙең ырыҫын ҡурсалар, ғәмен уятыр, моңон таратыр ҡеүәт! Изге тауыбыҙ – башҡорттоң иманын, милли асылын һаҡлаған Торатау беҙҙе көтә! Донъяның иң боронғо халҡы булған, башҡорт, киләсәгебеҙ хәл ителер мәлдә ҡәүемең менән бергә бул! Урының ил йөрәгендә, милләттәш! Берләшәйек, башҡорттар!»