0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 18:07

Башҡортостан мәктәптәренә 132 миллион һумға һанлы техника һатып алына

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында 63 мәктәпкә яңы уҡыу йылына хаҡы 2,1 миллион һумлыҡ һанлы техника комплекты һатып алына.

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында 63 мәктәпкә яңы уҡыу йылына хаҡы 2,1 миллион һумлыҡ һанлы техника комплекты һатытп алына. Өфө был һатып алыуҙарға индерелмәгән. Берлектәге аукцион 8 июлгә билдәләнгән. Контракттың дөйөм хаҡы — 132,4 миллион һум.
Һәр мәктәпкә бер күп функциялы яйланма (принтер, сканер, күсермә яһау аппараты), ике интерактив комплекс, ике иҫәпләү комплексы, уҡытыусылар өсөн ике ноутбук, класс өсөн 30 ноутбук, мәктәп етәкселеге өсөн алты ноутбук бирелә.
Аукцион документтарынан күренеүенсә, техника «Һанлы белем биреү мөхите» республика проекты сиктәрендә федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙың аҡсаһына һатып алына.
Читайте нас: