+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2019, 16:15

Ишембайҙа йәш сәсәндәр бәйгеһе үтте

XXI “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика йәш сәсәндәр бәйгеһе 17-19 июнь Ишембай ерендә үткәрелде.

XXI “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика йәш сәсәндәр бәйгеһе 17-19 июнь Ишембай ерендә үткәрелде.
Башҡорт халҡы өсөн был мөһим сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында үтте. 49 уҡыусы һәм 26 фольклор коллективтыр ҡатнашты. Бәйге еңеүсеһе - Күмертау ҡалаһының 3-сө лицей уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәнова. Ҡотлайбыҙ!
Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған бала бәйгелә бөйөк эпосты һөйләү оҫталығы буйынса көс һынашты.
Беренсе көндә фольклор коллективтары “Урал батыр” һәм башҡа башҡорт халыҡ ижады өлгөләренән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Икенсе көнө ҡатнашыусылар Торатау итәгенә йыйылды.
Читайте нас: