+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2019, 12:53

Республиканың иң яҡшы уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тапшырылды

Юғары педагогик оҫталыҡ, шәхесте төрлө яҡтан үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырған.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы, шулай уҡ «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм уның барышында уҙғарылған «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш йыл уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Башлығы премияларын биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Юғары педагогик оҫталыҡ, шәхесте төрлө яҡтан үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырған, уҡытыу-тәрбиә биреү процесына заманса белем биреү технологияларын индергән өсөн Башҡортостандың 25 уҡытыусыһы премияға лайыҡ булды.
Читайте нас: