+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2019, 10:16

Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу билдәләнәсәк

2019 йылда үтәсәк юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү бурысы ҡуйылған.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы (16-сы гвардия кавдивизияһы) командиры Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.


Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә 2019 йылда үтәсәк юбилей сараларын әҙерләү һәм үткәреү бурысы ҡуйылған. Уға аҡса бюджеттан һәм бюджеттан тыш йәлеп ителәсәк.
Читайте нас: