-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 11:12

"Инорс-4" биҫтәһенең үҙәгенә илтәсәк

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Валерий Лесунов урамын һәм Баландин бульварын төҙөү башлана.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Валерий Лесунов урамын һәм Баландин бульварын төҙөү башлана.


Урам-юл селтәренең был учаскаһы “Инорс-4” биҫтәһенең үҙәгенә илтәсәк. Проекты тормошҡа ашырыу ике йылға ҡаралған.


Валерий Лесунов урамының оҙонлоғо 984 метр тәшкил итәсәк. Ул дүрт һыҙатлы буласаҡ тип планлаштырылған. Төҙөлөш барышында киңлеге өс метрлыҡ яңы тротуар һәм велосипед юлы (киңлеге – 2,25 м) барлыҡҡа киләсәк. Улар эштең тәүге этабында уҡ ҡаралған.


Икенсеһендә Баландин бульвары төҙөлә. Учасканың оҙонлоғо – 462 метр. Бында ла шундай уҡ киңлектәге тротуар, велосипед юлы һалыу ҡаралған, дүрт һыҙат буласаҡ.


Конкурс һөҙөмтәләре буйынса подрядсы ойошма билдәләнгән – “Башкиравтодор” йәмғиәте. Июнь аҙағынаса контракт төҙөп, юл-ремонт эштәренә тотонасаҡтар.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: