Быға тиклем Башҡортостанда 88 кеше берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙҙы. Географиянан — 3 кеше (уларҙың береһе берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда,
10 кластан һуң тапшырҙы), әҙәбиәттән— 2, профилле математиканан — 18, химиянан — 29, тарихтан — 5, рус теленән — 6, физиканан — 25. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, улар араһында
ике тапҡыр 100 балға яҙыусылар бар. Республикала инглиз теленән йөҙ балл алыусылар юҡ.