Быйылғы йылдың биш айында Башҡортостанда 17 593 сабый тыуған. Ҡайһы райондарҙа ул артҡан, ҡайҙа кәмегән, республикалағы демографик хәлгә ниндәй баһа бирергә мөмкин? "Демография" милли проекты ниндәй бурыстарҙы хәл итәсәк?
Ғинуар-мартта республикала 10446 сабый тыуған (2018 йылдың беренсе кварталына ҡарағанда 1145-кә аҙыраҡ). Быйылғы тәүге өс айҙа “Башстат” республикала тыуымдың кәмеүен һәм үлемдең аҙайыуын теркәгән. Тәбиғи кәмеү 2 404 кеше тәшкил иткән. Үлем осраҡтары 16 957-нән 16 366-ға тиклем кәмегән. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Башҡортостандың туғыҙ районында тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырыуҙың артыуы билдәләнгән. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Саҡмағош районында артым – 13,3 процент, Стәрлетамаҡта – 10,7, Асҡында – 8,8, Әлшәйҙә һәм Дыуанда – 6,5, Илеш районында – 5,7, Күгәрсендә – 4,6, Йәрмәкәйҙә – 2,5, Өфө районында 1,0 процент тәшкил иткән. Өфө ҡалаһы буйынса алып ҡараһаҡ, Дим районының ЗАГС бүлегендә сабыйҙар һаны 5,2 процентҡа, Ленин районында – 5,5, Октябрь районында икенсе 6,3 процентҡа күберәк теркәлгән. Бүздәк һәм Нуриман райондарында ошо осорҙа тыуым күрһәткестәре былтырғы кимәлдә ҡалған.
Тыуымды яҡшыртыу өсөн тәҡдим иткән саралар башлыса ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла: аборттарҙы кәметеү, ЭКО процедураларын арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һауыҡтырыу.
Үлем сәбәптәре элеккесә ҡала: йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары 16 процентҡа артҡан, онкология сирҙәренән үлем өс процентҡа кәмегән, тышҡы сәбәптәрҙән — 29 процентҡа аҙыраҡ. Ләкин шуның менән бергә юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары 30 процентҡа артҡан — беренсе кварталда юлдарҙа, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 21-гә күберәк кеше һәләк булған.
Бынан алда Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары, йәшәгән урынға ҡарап, үлем сәбәптәре таралыуының билдәле бер үҙенсәлектәрен теркәүе тураһында хәбәр иткәйне инде. Ҡалаларҙа йышыраҡ инфекцияларҙан һәм яман шештән вафат булалар. Ауылдарҙа иһә – тын алыу ағзалары, аш һеңдереү, бәүел-енес сирҙәренән һәм башҡа сәбәптәрҙән.
Сабыйҙарҙың үлем осраҡтары ла артҡан: уҙған йылдың ғинуар-мартында — 72 (1 йәшкәсә сабыйҙар), быйыл беренсе кварталда 76 бала яҡты донъя менән хушлашҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында билдәләнгән саралар планын үтәп, ошо проблеманы еңеп сығырға тәҡдим итә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡа төбәктәрҙең тыуымды арттырыу буйынса тәжрибәһен өйрәнергә һәм иң ауыр күрһәткестәр теркәлгән райондарҙың мәғлүмәттәрен тикшерергә ҡушты. Мәҫәлән, Архангел, Әлшәй, Стәрлебаш райондары яман шеш менән сирләү буйынса “антилидер” булды: уларҙың тәүгеһендә сирләгән һәр мең кешегә – 279, икенсеһендә – 334, өсөнсөһөндә 366 кеше тура килә. Ә бына Учалы, Йылайыр, Көйөргәҙе райондарында — сирләгән һәр мең кешегә 800-ҙән ашыу ошондай сирле тура килгән, Ауырғазы һәм Ишембай райондарында бер мең кешегә ҡарата 900-ҙән күберәк кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыған.
Демографияға кире йоғонто яһаған башҡа сәбәптәр ҙә бар. Башҡортостанда әлеге ваҡытта алты мең пар түлһеҙлек буйынса иҫәптә тора. Ошо осраҡтарҙың яртыһында ир-егеттәрҙең репродуктив функцияһы боҙолған.
– Тыуымдың бер аҙ кәмеүе бала тыуҙырыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙайыуына, уларҙың, Европа йоғонтоһона бирелеп, үҙ-үҙен тотошоноң үҙгәреүенә бәйле, – ти Башҡортостан дәүләт медицина университетының баш табибы урынбаҫары Рита Вәлиева. – Хәҙер Башҡортостанда гүзәл заттарҙың яртыһы тиерлек беренсе балаһын 40 йәш тирәһендә таба.
Бөгөн демографик хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн махсус программалар булдырылды. Тормошҡа ашырыла башлаған милли проекттарҙа ҙур “Демография” блогы ла бар. Шулай уҡ илдә беренсе бала өсөн социаль түләү индереүҙәре ихтимал. Әлеге мәлдә икенсе һәм артабанғы балалар өсөн “Әсәлек капиталы” программаһы эшләй.
– Ҡатын-ҡыҙҙар бала тапһын, ғаиләләрҙә балалар күберәк булһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында төптән уйларға кәрәк. Тыуым һәм күп балалы ғаилә — илебеҙҙең йәшәү нигеҙе. Был мәсьәләне аҡса менән генә хәл итеп булмай. Демографияны яҡшыртыу буйынса өҫтәмә механизмдар өҫтөндә бергәләп уйлау зарур, — тигәйне республика етәксеһе Радий Хәбиров, Бөтә Рәсәй “Бала саҡ векторы-2019” конгресында сығыш яһап.