Учалы ҡалаһындағы 1-се лицейҙа алдағы уҡыу йылында икенсе смена булмаясаҡ. Бындай мөмкинлек “Мәғариф” милли проекты ярҙамында асылған.
Мәктәптә 1,4 мең бала белем ала. Икенсе сменаның бөтөү сәбәбе шунда – яңы класс-кабинеттар асыласаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
“Өс яңы класс “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” проектына ярашлы асыласаҡ. Учалының 1-се лицейы – ҡалалағы һәм райондағы иң ҙур белем биреү учреждениеһы, ул ике уҡыу корпусынан тора. Өлкән кластар яғында икенсе смена мәсьәләһе хәл ителһә, башланғыс звенола асыҡ ҡала әле, киләсәктә унда ла яйға һалынасаҡ”, – тинеләр матбуғат хеҙмәтендә.
Проектты тормошҡа ашырыуға биш миллион һум бүленгән. Капиталь ремонттан тыш, яңы ҡорамалдар, оргтехника, мебель алыу, уйын урындарын йыһазландырыу планлаштырылған.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проектының 2019 – 2024 йылдарға ҡаралған дөйөм бюджеты – 784,5 миллиард һум тирәһе. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә белем биреү өлкәһе конкурентлыҡҡа һәләтлегә әйләнергә, Рәсәй уҡытыу сифаты буйынса алдынғы ун ил иҫәбенә инергә тейеш.