+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 17:12

Бабич Вәлиди менән бергә!

Бөгөн Шәйехзада Бабичка Өфөнәң Зәки Вәлиди урамында һәйкәл астылар.

Бөгөн Шәйехзада Бабичка Өфөнәң Зәки Вәлиди урамында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барышында һәйкәл асылды! Башҡорт йөмһөриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, бөйөк шағир Шәйехзада Бабичтың 6 метрлыҡ бронза һыны Вәлиди урамының башында халҡына, бер быуат элек "Башҡорт халҡына көйлө хитап"бын йәнә уҡығандай тора.

Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, яҙыусылар, ҡоролтай делегаттары һәм башҡалар ҡатнашты.
Читайте нас: