+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2019, 12:13

"Торатау йыйыны"на рәхим итегеҙ!

Бөгөн изге Торатау итәгендә “Торатау йыйыны” республика байрамы үтәсәк. Йыйын сәғәт 16.00 башлана.

Бөгөн изге Торатау итәгендә “Торатау йыйыны” республика байрамы үтәсәк. Йыйын сәғәт 16.00 башлана.

Байрам сиктәрендә “Сарматтар вариҫтары” театрлаштырылған тамашаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәт тауарҙары күргәҙмәһе һәм уларҙы һатыу, буҙа яһаусылар конкурсы, спорт ярыштары, милли уйындар, “Сармат алтынын эҙләү” квесты, “Ылаҡ” күрһәтмә сығыштары, “Мәргән уҡсы” бәйгеһе һәм башҡа ярыштар буласаҡ, ә балалар өсөн айырым программа - уйындар майҙансығы эшләйәсәк.


Сәғәт 19.00-дә йыйын ҡатнашыусыларын һәм ҡунаҡтарҙы “Toratay-party” тип аталған ҙур концерт тамашаһы көтә. Унда “Арғымаҡ”, “Бүреләр”, “Ҡурайсы”, “Каруанһарай”, “Далан”, “Бәхетле”, “Дан” төркөмдәре, RNT, МС Баш, Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Лазер шоуы ла буласаҡ. Концерт DJ Khan һәм DJ Fatikh ҡатнашлығындағы йәштәр дискотекаһы менән тамамланасаҡ.

Йыйын тураһында тулыраҡ мәғлүмәт https://kurultai.ru/ru сайтында.
Читайте нас: