-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2019, 12:30

Ауылда эшләүсе һәр йәш уҡытыусы ярты миллиондан ашыу грантҡа дәғүә итә ала

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусылар өсөн гранттар бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм һөнәри эшмәкәрлектәрендә юғары уңышҡа ҡаҙаныусыларҙы дәртләндереү маҡсатында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусылар өсөн гранттар бүлеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән йыл һайын 100 уҡытыусы билдәләнә, бер грант күләме 600 мең һум.

Конкурста халҡы 10 000 мең кешенән артмаған ауылдарҙағы мәғариф учреждениеларында ике йылдан да кәм эшләмәгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала. Уларҙы мәктәп коллективтары һәм район мәғариф бүлектәре тәҡдим итә. Документтар йыл һайын 1 августҡа тиклем ҡабул ителә.

Конкурс шарттары тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы сайтында уҡығыҙ.
Читайте нас: