+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2019, 19:52

"Аманат"ҡа яҙылыу бер ҡасан да һуң түгел!

Сираттағы Маҡтау билдәһе менән Рәхмәт кәлимәһе Дүртөйлө ҡалаһына юлланды.

Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһының 5-се синыфы уҡыусылары "Бөтөн синыф менән - " Аманат"ҡа!" акцияһына ҡушылып, Маҡтау билдәһе менән бүләкләнде. Ә уларҙың етәксеһе Руфина Зәки ҡыҙы Камалова журналдың Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булды. Афарин, дүртөйлөләр!
Дуҫтар, "Аманат"ҡа яҙылыу бер ҡасан да һуң түгел. Әгәр ҙә һеҙ 20 июлгә тиклем почта бүлексәһенә барып яҙылһағыҙ, журналды август айынан алдыра башларһығыҙ.
Шул уҡ ваҡытта иҫке хаҡ менән 2020 йылдың 1-се ярты йыллығына алдан яҙылыу кампанияһы ла бара. Сентябрҙә яҙылыу хаҡының күтәрелеүе бар, шуға күрә хәҙерҙән үк киләһе йылды хәстәрләп ҡуйырға онотмағыҙ!
Ярты йылға яҙылыу хаҡы - 340 һум 08 тин. Яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла!
Читайте нас: